Эстәлеккә күсергә

ДНК

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
ДНК
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы DNA һәм DNK
Ҡайҙа өйрәнелә Генеалогический ДНК тест[d]
Развивается из Рибонуклеин кислотаһы
Һештег DNA[1]
3D-модель
 ДНК Викимилектә


ДНК (тереяҙма, дезоксирибонуклеи́н кислотаһы) — ике сынйырҙан торған биополимер. Һәр сынйыр — регуляр булмаған полинуклеотид булып тора.

Төп функцияһы:бөтә тереклектең генетик мәғлүмәтен һаҡлау, ғәмәлгә ашырыу һәм нәҫелдән нәҫелгә тапшырыу.

Дөйөм мәғлүмәттәр

Мономерҙары дүрт төр дезоксирибонуклетид: цитозин, тимин, аденин, гуанин.

Дезоксирибонуклеотидтарҙың дөйөм төҙөлөш схемаһы: азотлы нигеҙ  — дезоксирибоза — Фосфор кислотаһы ҡалдығы.

Дезоксирибонуклеотидтар бер - береһенән азотлы нигеҙ буйынса ғына айырылалар:пиримидиндар төркөмөнән —Цитозин менән тимин; пуриндарҙан — аденин менән гуанин.

Тупланыу урындары:эукариоттарҙа күҙәнәк ядроһында (төп өлөшө), митохондрияларҙа һәм пластидтарҙа; прокариоттарҙың цитоплазмаһында.

Химик тәбиғәте буйынса ДНК оҙон полимер молекула була. Эҙмә-эҙ тоташҡан нуклеотидтарҙан тора. Теҙмәләге нуклотидтар араһындағы бәйләнеште береһенең дезоксирибозаһы менән икенсеһенең фосфор кислотаһы ҡалдығы төҙөй. Был поляр булмаған ковалент бәйләнеш (фосфодиэфирлы бәйләнеш) бик ныҡ була.Тиҙ генә ысҡынып, емерелеп бармай.

Эукариоттар (хайуандар, үҫемлектәр һәм бәшмәктәр) күҙәнәктәрендә ДНК-ның күҙәнәк үҙәктәрендәге хромосомалар составында була, һәм шулай уҡ күҙәнәк эсендәге органоидта (митохондрияларҙа һәм пластидтарҙа) бар.

Прокариот организмдарҙа (таяҡсаларҙа һәм архейҙәрҙә) һыҙыҡлы ДНК күҙәнәктең эстәге төҫөнән тағылып ҡуйған. Уларҙа ла түбән төҙөлөшлө эукариоттарҙа (мәҫәлән, әсеткеләрҙә) кескәйерәк айырым күбеһенсә сыңғалайлыҡ ДНКлар бар (исемдәре — плазмидалар була). Шунан башҡа бер йәки ике теҙмәле ДНКлар ДНКлы вирустарҙың геномдарын ҡора алалар. Күпселек ваҡиғаларҙа (бер-ике вирустарҙан башҡа, ҡайһыларында бер теҙмәле генә ДНК бар) ДНК бәйләнешмәлек (макромолекула) ике теҙмәнән тора, ҡайһыларҙа ике теҙмә эсендәге азотлы нигеҙҙәр бер береһенә ҡаршы торалар, һәм шул саҡта ике теҙмә ҡаршы булған яҡтарға йүнәлғән. Шундай ике теҙмәле бәйләнешмәлек ишелгән була. Ғөмүмән шундай ДНКның төҙөлөшө «ҡушланған ишелмә» тип, атала. ДНКла дүрт төрлө азотлы нигеҙҙәр бар (тимин — Т, аденин — А, гуанин — Г һәм цитозин — Ц). Беренсе теҙмәнең азотлы нигеҙҙәр икенсе теҙмәнең азотлы нигеҙҙәр менән һыуғоромло элемтәләр менән ярашлылыҡ (комплементарный) ҡағиҙәһе буйынса ҡушылған: аденин тик тимин менән ҡушыла, гуанин тик цитозин менән һәм кире шулай ҙа. Гендар (нуклеотидтар) эҙмә-эҙлелеге төрлө РНК-лар буйынсағы белемлектәрҙе (мәғлүмәттәрҙе) кодлау ала. Бөтә РНК-ларҙың төрҙәре ДНКның эҙмә-эҙлелеге буйынса төҙөлә һәм ДНК-ның һуң (транскрипциянан һуң) ген (РНК) буйынса аҡһымдар төҙөләләр (шул төҙөлөш исеме аҡһымлау — тип, атала). Шулай уҡ эукариоттар ДНКһында көйләүлек өлөштәре бар (мәҫәлән, кешеләрҙә ошондай ҡөйләүлек өлөштәре 95—98 % бөтә геномын биләйҙәр). Шулай уҡ геномда башҡа «генетик әрәмтамаҡ»-исемле өлөштәре (транспозондар һәм башҡалар) бар.

ДНКның төҙөлөшөн асышы (1953-нсө йыл) биология тарихында бик мөһим ваҡиғаһы булғайны. Шул асыш өсөн Фрэнсис Крик, Джеймс Уотсон һәм Морис Уилкинсҡа физиология йәки медицина буйынса Нобель премияһы бирелгән. Уларҙың асышына Розалинд Франклиндың рентгенограммалары ярҙамлаған, ләкин был ғалимә шундай премияны ҡабул итмәне, сөнки үлеүҙән һүң уны бирмәйҙар.[2].

Иҫкәрмәләр

  1. #DNA - Twitter Search / Twitter
  2. Erica Westly. No Nobel for You: Top 10 Nobel Snubs. Rosalind Franklin--her work on the structure of DNA never received a Nobel (ингл.). Scientific American (6 октябрь 2008). Дата обращения: 18 ноябрь 2013. Архивировано 9 ғинуар 2014 года.

Һылтанмалар


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.