Эстәлеккә күсергә

Тулыланыусы энергия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ел тирмәне

Тулыланыусы энергия — кешеләр өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия сығанағы. Тирә-яҡ мөхиттә бер-туҡтауһыҙ барған процестар —тулыланыусы энергия сығанағы булып тора. Тулыланыусы энергия яңынан тергеҙелә торған тәбиғи ресурстарҙан — ҡояш энергияһы, ел, ямғыр, һыу ҡалҡыу, геотермаль йылылыҡты файҙалана. 2006 йылда донъяла ғәҙәти биомасса — утын яғыу 13%, барлыҡ тулыланыусы энергияны файҙаланыу 18% тәшкил итте. Гидроэлектростанциялар тулыланыусы энергияның мөһим сығанағы булып тора, донъяла етештерелгән электр энергияһының 15% гидроэлектростанцияларҙа етештерелә.

Ел энергияһын файҙаланыу йыл һайын 30% арта. Был энергияны файҙаланыу Европа һәм АҠШ илдәрендә киң ҡулланыла. Ҡояш электростанциялары Германия һәм Испанияла танылыу алған.

Ҡояш энергияһында эшләгән кер йыуыу йорто

Бразилия шәкәр ҡамышынан этанол алыу программаһын тормошҡа ашыра. Этанол автомобаль яғыулығы булараҡ файҙаланыла.

Ел фермалар

Гансу ел фермаһы – донъяла иӊ эре ел фермаһы, Ҡытай.
Ел фермалар диӊгеҙҙә урынлаштырырға ла мөмкин. Копенгаген, Дания.

Ел фермалар (ингл. A wind farm) – ел турбиналар төркөмө. Ел фермалар 100 ашыу индвидуаль ел турбиналарҙан тора һәм 100 м2 майҙан ҡаплана, ләкин, турбиналар араһында майҙанды ауыл хужалығы өсөн ҡулланырға мөмкин. Ел фермалар диӊгеҙҙә урынлаштырырға ла мөмкин.

Рәсемдәр

Һылтанмалар

фонда сайты (урыҫ)