Тулыланыусы энергия
Тулыланыусы энергия — кешеләр өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия сығанағы. Тирә-яҡ мөхиттә бер-туҡтауһыҙ барған процестар —тулыланыусы энергия сығанағы булып тора. Тулыланыусы энергия яңынан тергеҙелә торған тәбиғи ресурстарҙан — ҡояш энергияһы, ел, ямғыр, һыу ҡалҡыу, геотермаль йылылыҡты файҙалана. 2006 йылда донъяла ғәҙәти биомасса — утын яғыу 13%, барлыҡ тулыланыусы энергияны файҙаланыу 18% тәшкил итте. Гидроэлектростанциялар тулыланыусы энергияның мөһим сығанағы булып тора, донъяла етештерелгән электр энергияһының 15% гидроэлектростанцияларҙа етештерелә.
Ел энергияһын файҙаланыу йыл һайын 30% арта. Был энергияны файҙаланыу Европа һәм АҠШ илдәрендә киң ҡулланыла. Ҡояш электростанциялары Германия һәм Испанияла танылыу алған.
Бразилия шәкәр ҡамышынанэтанол алыу программаһын тормошҡа ашыра. Этанол автомобаль яғыулығы булараҡ файҙаланыла.
Рәсемдәр
-
Ел электростанциялары
-
Исландияла геотермаль энергияны файҙаланыу
-
Гидроэлекторостанция
-
Ҡояш энергияһын таплау
-
Тулҡын энергияһын файҙаланыу
-
Прессланған бысҡы вағы
-
Ҡояш һәм ел энергияһын бер юлы файҙаланыу
-
Хлорелли һыу үҫентеләрен файҙаланыу
Һылтанмалар
Тулыланыусы энергия Викимилектә |
фонда сайты (урыҫ)
- Зелёная энергия — «йәшел технологиялар» тураһында (урыҫ)
- Альтернатив энергия сығанағы (урыҫ)