Эстәлеккә күсергә

Тулыланыусы энергия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ел тирмәне

Тулыланыусы энергия — кешеләр өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия сығанағы. Тирә-яҡ мөхиттә бер-туҡтауһыҙ барған процестар —тулыланыусы энергия сығанағы булып тора. Тулыланыусы энергия яңынан тергеҙелә торған тәбиғи ресурстарҙан — ҡояш энергияһы, ел, ямғыр, һыу ҡалҡыу, геотермаль йылылыҡты файҙалана. 2006 йылда донъяла ғәҙәти биомасса — утын яғыу 13%, барлыҡ тулыланыусы энергияны файҙаланыу 18% тәшкил итте. Гидроэлектростанциялар тулыланыусы энергияның мөһим сығанағы булып тора, донъяла етештерелгән электр энергияһының 15% гидроэлектростанцияларҙа етештерелә.

Ел энергияһын файҙаланыу йыл һайын 30% арта. Был энергияны файҙаланыу Европа һәм АҠШ илдәрендә киң ҡулланыла. Ҡояш электростанциялары Германия һәм Испанияла танылыу алған.

Ҡояш энергияһында эшләгән кер йыуыу йорто

Бразилия шәкәр ҡамышынанэтанол алыу программаһын тормошҡа ашыра. Этанол автомобаль яғыулығы булараҡ файҙаланыла.

Рәсемдәр

Һылтанмалар

фонда сайты (урыҫ)


Ҡалып:Link FA