Эстәлеккә күсергә

Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
09:31, 9 сентябрь 2023 өлгөһө; Айсар (фекер алышыу | өлөш) (→‎Һылтанмалар: яңыртыу (мәғлүмәттәрҙе))
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 октябрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (50 йәш)
Һөнәр төрө уҡытыусы, журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Әүҙемлек урыны Йәшлек
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы (7 октябрь 1973 йыл) — уҡытыусы, журналист. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2008).

Баныу Латиф ҡыҙы Ҡаһарманова 1973 йылдың 7 октябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Яңы Оҙонгүл ауылында тыуған.

1998 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1994 йылдан алып «Аманат» журналы мөхәррире.

1998 йылдан — Озёрный урта мәктәбенең директор урынбаҫары.

1999 йылдан башлап «Яйыҡ» гәзите хеҙмәткәре: 2000 йылдан — хәбәрсе, 2002 йылдың авгусынан — яуаплы сәркәтип.

2002 йылдың декабренән алып «Серп и Молот», 2006 йылдан алып «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе.

Социаль темаларға мәҡәләләр авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015)
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2008).
  1. Башкирская энциклопедия