Эстәлеккә күсергә

Мәүлитова Регина Салауат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәүлитова Регина Салауат ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 октябрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (44 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тяжелоатлет
Спорт төрө Ауыр атлетика
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
мастер спорта России международного класса

Мәүлитова Регина Салауат ҡыҙы (16 октябрь 1979 йыл) — спортсы. Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001).

Регина Салауат ҡыҙы Мәүлитова 1979 йылдың 16 октябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған.

2001 йылда Урал физик культура академияһын тамамлай.

Спорт менән 15-се Олимпия резервы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнә (тренеры В. Г. Вагин).

1995 йылда Рәсәй йыйылма командаһына инә. 53 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай.

Әлеге ваҡытта Өфөлә «Аврора» фитнес үҙәгендә инструктор булып эшләй.

  • Рәсәй чемпионы һәм Рәсәй кубогы эйәһе (2003);
  • Рәсәй чемпионатының (1995, 2000, 2002, 2006) һәм Рәсәй Кубогының (2002, 2004) көмөш призеры;
  • Рәсәй чемпионатының ике төр ярышта бронза призеры (2001, 2004, 2007-08);
  • Ырғымда һәм күтәреүҙә Рәсәй Кубогының еңеүсеһе (2003; 2004) һәм бронза призеры (2004-06);
  • Үҫмер спортсылар араһында Рәсәй чемпионы (1995, 1997);
  • 53 кг-ға тиклемге ауырлыҡ категорияһындағы ҡатын-ҡыҙҙар араһында ырғымда һәм ике төр ярышта Рәсәй рекордсыһы (2003)[1][2]