Эстәлеккә күсергә

Фәхретдинов Әнүәр Нуретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәхретдинов Әнүәр Нуретдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 13 февраль 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Пермь, Пермский округ[d], Урал өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2 апрель 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө бейеүсе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы «Почёт Билдәһе» ордены

Фәхретдинов Адольф (Әнүәр) Нуретдин улы (13 февраль 1928 йыл — 2 апрель 1987 йыл) — бейеүсе, балетмейстер, педагог. РСФСР-ҙың (1969) һәм БАССР-ҙың (1953) атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы (1959) . ПОЧЕМУ БАШКИРЫ ВЕЧНО НЕ ПИШУТ ЧТО КТО-ТО ТАТАРИН ИЛИ ПИШУТ ЧТО ЭТОТ ТАТАРИН БАШКИР КОГДА В РУССКОЙ ВИКИПЕДИИ И ТАТАРСКОЙ ЯСНО СКАЗАНО ЧТО ЧЕЛОВЕК ТАТАРИН НО БАШКИРЫ УМАЛЧИВАЮТ[1]

«Өс таған» башҡорт шаян бейеүе. Бейейҙәр М. Иҙрисов, Ә. Фәхретдинов һәм С. Исмаилов.

Адольф (Әнүәр) Нуретдин улы Фәхретдинов 1928 йылдың 13 февралендә Пермдә (Мотовилиха районы) тыуған. Атаһы — Нуретдин Фәхретдинович (1887—1976) Пермь пушкалар заводында 1903 йылдан алып эшләй. Әсәһе — Фәнзә Ғилфан ҡыҙы Батыршина (1898—1937), хужабикә. 1935 йылда уларҙың ғаиләһе Башҡортостандың Дүртөйлө ҡасабаһына күсеп килә.

1946 йылда ул Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә Ф. А. Ғәскәров тарафынан саҡырыла. 1965—1970 йылдарҙа репетитор, 1975—1979 йылдарҙа ансамблдең художество етәксеһе.

Ул ансамблдең иң сағыу бейеүсеһе була. Уға һығылмалы баҙыҡлыҡ, сағыу темпераментлылыҡ, актерлыҡ һөйкөмлөлөгө хас.

Иң яҡшы партиялары -«Өс таған» бейеүендәге кесе эне, «Төньяҡ амурҙары»нда - барабансы, «Ғашиҡ төҙөүселәр»ҙә ут һүндереүсе, «Бүләк», «Әпипә», «Шаян ҡыҙҙар»ҙа етеҙ егет партиялары һәм башҡалар.

1980—1985 йылдарҙа Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау ҡалаларында балалар хореография ансамблдәрен ойоштора. 1986—1987 йылдарҙа хореография училищеһында уҡыта. 1987 йылдың 2 апрелендә Өфөлә вафат була һәм Көньяҡ мосолман зыяратында ерләнә.

2016 йылда Өфөлә Әнүәр Нуретдин йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1955).
  • Вьетнамдың 1-се дәрәжә Хеҙмәт ордены (1955).
  • Халыҡ-ара йәштәр һәм студенттар фестивалдәренең лауреаты (Бухарест, 1953 йыл, алтын миҙал; Мәскәү, 1957, алтын миҙал; Вена, 1959, көмөш миҙал).
  • Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1960).
  1. Может башкирв перестанут умалчивать о национальности видных татар своего регионе или вообще перестать писать что они башкиры?