Эстәлеккә күсергә

Мода: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә робот үҙгәртте: tr:Moda (tüketim trendi)
TjBot (фекер алышыу | өлөш)
ә r2.7.2) (робот өҫтәне: ml:ഫാഷൻ
50 юл: 50 юл:
[[lt:Mada]]
[[lt:Mada]]
[[lv:Mode]]
[[lv:Mode]]
[[ml:ഫാഷൻ]]
[[mr:फॅशन]]
[[mr:फॅशन]]
[[ms:Fesyen]]
[[ms:Fesyen]]

20:44, 6 июль 2012 өлгөһө

Мо́да (франц. mode, лат. modusүлсәү, образ, алым, ҡағиҙә, бойороҡ) — билдәле бер ижтимағи даирәләге берәй нәмәгә ҡарата билдәләнгән талап өҫтөнлөгө. Билдәле бер замандағы талапҡа тура килгән кейем өлгөһө, тәртип, этикет, йәшәү рәүеше, сәнғәт, әҙәбиәт, ашау-эсеү, архитектура, күңел асыу һ.б. Мода төшөнсәһе ышанысһыҙ, тиҙ туҙыусан билдәлелекте аңлата. Яңы мода артынан ҡыуыу — моданың айырылғыһыҙ сифаты. Берәй күренеш йәки берәй әйбер заманында модалы булған булһа, ул үҙенең модалы булыуын юғалта һәм иҫке модалы булып иҫәпләнә.

Моданы алға этәреүсе ике көс бар. Беренсеһе — матурлыҡ тойғоһона эйәреү, икенсеһе — йәмғиәттә көлкөгә ҡалыу.

Мода индустрияһы

Мода индустрияһы — тауар етештереү һәм тауар һатыу менән бәйле иҡтисадтың бер өлөшө.

Кейем модаһы

Кейем модаһы — сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алышынып торған кейем формаһы һәм өлгөләре. XVII быуатта француз батша һарайындағы кейем бөтә Европа илдәре өсөн өлгө була, модалы кейенеү (фр. à la mode) шунан башлана. Мода кейемдең материалын, фасонын, төҫөн билдәләй.