Эстәлеккә күсергә

Мода: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
22 юл: 22 юл:


[[2001 йыл]]да Синдикат составына түбәндәге Йорттар инә: [[Balmain]], [[Chanel]], [[Christian Dior]], [[Christian Lacroix]], [[Emanuel Ungaro]], [[Givenchy]], {{Не переведено 3|Hanae Mori|Hanae Mori|en|Hanae Mori}}, Jean Louis Scherrer, [[Готье, Жан-Поль|Jean-Paul Gaultier]], {{Не переведено 3|Lecoanet Hemant|Lecoanet Hemant|fr|Lecoanet Hemant}}, {{Не переведено 3|Louis Féraud|Louis Feraud|en|Louis Féraud}}, [[Thierry Mugler]], Torrente, [[Сен-Лоран, Ив|Yves Saint Laurent]], {{Не переведено 3|Viktor & Rolf|Viktor & Rolf|en|Viktor & Rolf}}.
[[2001 йыл]]да Синдикат составына түбәндәге Йорттар инә: [[Balmain]], [[Chanel]], [[Christian Dior]], [[Christian Lacroix]], [[Emanuel Ungaro]], [[Givenchy]], {{Не переведено 3|Hanae Mori|Hanae Mori|en|Hanae Mori}}, Jean Louis Scherrer, [[Готье, Жан-Поль|Jean-Paul Gaultier]], {{Не переведено 3|Lecoanet Hemant|Lecoanet Hemant|fr|Lecoanet Hemant}}, {{Не переведено 3|Louis Féraud|Louis Feraud|en|Louis Féraud}}, [[Thierry Mugler]], Torrente, [[Сен-Лоран, Ив|Yves Saint Laurent]], {{Не переведено 3|Viktor & Rolf|Viktor & Rolf|en|Viktor & Rolf}}.

=== Модалы йорттар — Синдикат ағзалары исемлеге ===


== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==

10:10, 28 февраль 2020 өлгөһө

Мо́да (франц. mode, лат. modus — үлсәү, образ, алым, ҡағиҙә, бойороҡ) — билдәле бер ижтимағи даирәләге берәй нәмәгә ҡарата билдәләнгән талап өҫтөнлөгө. Билдәле бер замандағы талапҡа тура килгән кейем өлгөһө, тәртип, этикет, йәшәү рәүеше, сәнғәт, әҙәбиәт, ашау-эсеү, архитектура, күңел асыу һ.б. Мода төшөнсәһе ышанысһыҙ, тиҙ туҙыусан билдәлелекте аңлата. Яңы мода артынан ҡыуыу — моданың айырылғыһыҙ сифаты. Берәй күренеш йәки берәй әйбер заманында модалы булған булһа, ул үҙенең модалы булыуын юғалта һәм иҫке модалы булып иҫәпләнә.

Моданы алға этәреүсе ике көс бар. Беренсеһе — матурлыҡ тойғоһона эйәреү, икенсеһе — йәмғиәттә көлкөгә ҡалыу.

Мода индустрияһы

Мода индустрияһы — тауар етештереү һәм тауар һатыу менән бәйле иҡтисадтың бер өлөшө.

Кейем модаһы

Кейем модаһы — сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алышынып торған кейем формаһы һәм өлгөләре. XVII быуатта француз батша һарайындағы кейем бөтә Европа илдәре өсөн өлгө була, модалы кейенеү (фр. à la mode) шунан башлана. Мода кейемдең материалын, фасонын, төҫөн билдәләй.

Юғары мода синдикаты

Юғары мода (франц. Haute Couture), һүҙмә -һүҙ «тегендең юғары сәнғәте» кеүек тәржемә ителә, кейемдең юғары сифатлы айырым тегелешен һәм шуға торошло хаҡ категорияһын аңлата. Теген сәнғәте оҫталығы иң юғары дәрәжәгә дәғүә иткәнлектән, Юғары мода ла фэшн-баһарының иң юғары сегменты булып китә. Юғары моданың баш ҡалаһы булып Париж була, унда 1858 йылда инглиз Чарльз Уорт башта үҙенең беренсе Мода йортон булдыра, ә һуңынан Юғары мода Синдикаты(франц. Chambre syndicale de la haute couture parisienne) — Мода йорттары берләшмәһен ойоштора, улар аристократияны һәм йәмғиәттең бай юғары ҡатламын кейендерә[1].

Париж мануфактураларының бер теген ательеһында эшләгән ваҡытында Уорт хеҙмәттәше — манекенщица Мари Вернеға өйләнә[2]. Ҡатыны өсөн Уорт булдырған эшләпәләр моделе һәм күлдәктәр клиенттары араһында ҙур һорау менән файҙалана, улар үҙҙәре өсөн күсермәләрен тегергә һорай. Бай швед компаньонын табып, Уорт үҙ эшен аса, аҙаҡ бының менән шул осорҙоң күренекле модалар индереүсеһе француз императрицаһы Евгения ҡыҙыҡһына. Күп кенә аристократтар һәм шул осорҙоң билдәле ҡатын-ҡыҙҙары, шул иҫәптән княгиня Паулина фон Меттерних һәм актриса Сара Бернар беренсе Юғары Мода йортоноң клиенттары була. Клиент ҡатын-ҡыҙҙар Парижға Уортҡа хатта Бостон һәм Нью-Йорктан килә[3].

Уорт яңы ҡатын-ҡыҙҙар модалы формаларын индереүсе булараҡ, саманан тыш артыҡ рюш һәм итәктәрҙе алып ташлауы менән билдәле. Үҙенең клиенттарына туҡымаларҙың ҙур ассортиментын һәм кәүҙәгә ентекле тап килтереүҙе тәҡдим итә. Уорт беренселәрҙән булып кейем моделдәрен миҙгел буйынса бүлә, йылына дүрт тапҡыр модалар күрһәтеү ойоштора. Клиенттар моделдәр һайлай, уларҙы һуңынан шәхси һайланған туҡымаларҙан һәм кәүҙәнең күләмен һәм үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып тегәләр Уортты теген бизнесында революционер тип һанайҙар. Ул тегенселә беренсе булып һөнәрсене түгел, ә рәссамды күрә, һәм уға «кутюрье» рангын бирә.

КЕЙЕМДӘР II (П. Я. Дашков тупаланмаһынан төҙөлгән; Брокгауз һәм Ефрон энциклопедик һүҙелеге). 1. XI быуаттың ир-аттар кейеме. 2. XI быуатта кенәз ҡыҙы кейеме. 3. XI быуатта кенәз ҡыҙы кейеме (Византия ҡулъяҙмаһы буйынса). 4. XII быуаттың хәлле кешеһе 5. XIII быуатта ҡыҙҙар кейеме. 6. XV быуатта һунарсылар кейеме. 7—8. Бүләк итеп бирелгән тунда Герберштейн һүрәте (XVI быуат). 9. XVI—XVII быуатта боярҙар кейеме (бояр Потемкин). 10. XVII быуатта ир-аттар кейеме. 11. XVII быуатта ҡатын-ҡыҙҙар кейеме. 12—13. XVII быуатта боярҙар кейеме. 14. XVII быуатта батша ҡыҙы кейеме. 15. XVII быуатта кенәз кейеме. 16. XVII быуат аҙағында толдар кейеме (батшабикә Наталья Кирилловна). 17. XVII быуатта йәш бояр кейеме. 18. XVII быуатта бояр ҡыҙы кейеме. 19. XVII быуат аҙағында боярҙың йорт кейеме (Иван Кириллович Нарышкин). 20. XVIII быуат башында немец (хәрби) кейеме (Бөйөк Петр). 21. XVII быуатта сик буйы воеводаһы кейеме. 22. Бүләк итеп бирелгән кафтанда Дон казагы (XVIII быуат башы). 23. Малороссия гетманы кейеме (Богдан Хмельницкий). 24. Казак йорт кейемендә

Үҙенең функциялары буйынса урта быуат эшмәкәрлек төрө корпорацияны йәки цехты хәтерләткән Синдикаттың (синдик һүҙенән — вазифалы кеше) — ойошманың ойоштороу шарттары булып түбәндәгеләр тора: кутюрьеның авторлыҡ хоҡуҡтарын уның моделдәренән күсермә алыуҙан яҡлау һәм үҙенең индивидуаллеген күрһәтергә һәм йәмғиәттә юғары урын алырға теләүсе клиенттар өсөн бер генә эксклюзив моделдәр коллекцияһын булдырыу. «Кутюрье» исемен тик Синдикат ағзаһы ғына йөрөтә ала. XIX быуатта һәм XX быуаттың беренсе яртыһында был ойошмаға Мода йорттары билдәле стандарттарға тап килергә тейеш: ҡулдан тегеүҙең ҙур өлөшө менән кейемдең шәхси тегелешен башҡарыу, был Чарльз Уорт фекеренсә моделдең уникаллеген һәм юғары сифатын гарантиялай (машина производствоһының төйөнән айырмалы рәүештә).

XX быуаттың икенсе яртыһында Синдикат үҙенсәлекле профсоюз булып китә, ул модельерҙарҙың статусын билдәләй (Синдикат ағзалары, ағза-корреспонденттар, шулай уҡ саҡырылған ағзалар, улар ваҡыт үтеү менән Синдикатҡа ҡабул ителә), ул Юғары мода йорттарының коллекцияларын күрһәтеүҙе ойоштороу менән шөғөлләнә, матбуғат һәм бөтә донъяла сауҙа селтәрҙәре менән бәйләнеш булдыра. Юғары мода Йортоноң исемен алыу өсөн юридик яҡтан сәнәғәттең француз департаменты ведомствоһына инеү өсөн Парижда төп производство һәм бутиктарға эйә булырға кәрәк. Модалы йортта хеҙмәткәрҙәр һаны 15-тән кәм булырға тейеш түгел. Йылына ике тапҡыр көҙгө-ҡышҡы һәм яҙғы-йәйге миҙгелгә коллекциялар: һәр дефиле өсөн 35-әр көндөҙгө һәм шундай уҡ киске моделдәр төҙөлөргә тейеш. Кейемдәр әҙерләгәндә ҡул хеҙмәтен файҙаланыу мотлаҡ. Машина йөйө 30 % артыҡ булырға тейеш түгел. 2001 йылда Синдикатҡа инеү ҡағиҙәләре ябайлаштырыла, был кутюрье дәрәжәһен Жан-Поль Готье һәм Тьерри Мюглер кеүек модельерҙарға алырға мөмкинлек бирә[4].

2001 йылда Синдикат составына түбәндәге Йорттар инә: Balmain, Chanel, Christian Dior, Christian Lacroix, Emanuel Ungaro, Givenchy, Hanae Mori (инг.)баш., Jean Louis Scherrer, Jean-Paul Gaultier, Lecoanet Hemant (фр.)баш., Louis Feraud (инг.)баш., Thierry Mugler, Torrente, Yves Saint Laurent, Viktor & Rolf (инг.)баш..

Модалы йорттар — Синдикат ағзалары исемлеге

Иҫкәрмәләр

  1. Diana de Marly, Worth Father of Haute Couture. Elm Tree Books, Лондон, 1980 ISBN 0-241-10304-5, стр 2.
  2. Jacqueline C. Kent (2003). Business Builders in Fashion — Charles Frederick Worth — The Father of Haute Couture The Oliver Press, Inc., 2003
  3. Claire B. Shaeffer (2001). Couture sewing techniques «Originating in mid- 19th-century Paris with the designs of an Englishman named Charles Frederick Worth, haute couture represents an archaic tradition of creating garments by hand with painstaking care and precision». Taunton Press, 2001
  4. Синдикат высокой моды. (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 6 май 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года.